Напоминание

"Моя семья"


Автор: Латыпова Айсылу Исмагиловна
Должность: преподаватель башкирского языка
Учебное заведение: ГБПОУ Кушнаренковский сельскохозяйственный колледж
Населённый пункт: село Кушнаренково
Наименование материала: Открытый урок по башкирскому языку посвященный году семьи в Башкортостане
Тема: "Моя семья"
Раздел: среднее профессиональное





Назад




Телмәр үҫтереү

Тема: Минең ғаиләм (“Моя семья”)

Дәрес маҡсаттары:

Белем биреү: тема буйынса мәғлүмәт биреү; өндәрҙе башҡортса дөрөҫ

әйтергә, уҡый, яҙа белеү; дөрөҫ интонация менән уҡыу.Ғаилә тураһындағы

текстарҙың төп йөкмәткеһен үҙләштереү.

Тәрбиәүи: телде өйрәнеү процессында ғаиләлә татыу мөнәсәбәте

булдырыу,башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу, белем алырға ынтылыш

тәрбиәләү, әсә теленә ҡарата һөйөү, ихтирам, ғорурлыҡ тойғолары уятыу,

уҡыусыларҙың телмәрен халҡыбыҙҙың мәҡәлдәре, йомаҡтары тураһында

белемдәрен байытыу. Ғаилә ағзаларына һөйөү тәрбиәләү, башҡорт теле аша

башҡорт халҡының тарихы, төп милләт булған башҡорт халҡының тарихына,

мәҙәниәтенә ихтирам тәрбиәләү, башҡорт халҡының киң күңелле булыуын

һыҙыҡ өҫтөнә алыу.

Үҫтереүсе: диалектик фекер йөрөтөү күнекмәләрен үҫтереүҙе дауам итеү;

иғтибарҙы, хәтерҙе, телмәрҙе, фекерләүҙе, ижади һәләтте үҫтереү,

уҡыусыларҙың логик фекерләүенә иғтибар итеп, хикәйәләү-тасуирлау

мөмкинлектәрен киңәйтеү.

Уҡыусы эйә булырға тейеш: уй-фекерен грамоталы, йәнле итеп һөйләй

белергә, профессиональ терминдарҙы ҡулланырға, материал туплай белергә,

белемен үҙ-аллы камиллаштырырға.

Уҡыусы белергә тейеш: башҡорт теленең өн-хәрефтәрен белеү –

сингармонизм законын практик үҙләштерергә, тасуири уҡыу алымдарын

үҙләштерергә, монолог-диалог, хикәйә төҙөү, һорау һәм яуап бирә алыу.

Йыһазландырыу: русса-башҡортса, башҡортса-русса һүҙлек.

Дидактик материалдар: таблицалар, уҡыу өсөн текстар, презентация,

башватҡыстар

Төп әҙәбиәт: М.Усманова, З.Солтанғолова. Башҡорт теле дәүләт теле итеп

уҡытылған башланғыс һәм профессиональ белем биреү учреждениелары өсөн.

Өҫтәлмә әҙәбиәт: З.М.Ғәбитова, С.А.Таһирова Башҡорт теле дәүләт теле итеп

уҡытылған башланғыс һәм урта профессиональ белем биреү учрежденияларының

I курс уҡыусылары өсөн.

Башланғыс һәм урта профессиональ белем биреү учреждениялары өсөн

башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программалар.

Предмет-ара бәйләнеш: башҡорт әҙәбиәте; рус теле; сит телдәр, башҡорт

мәҙәниәте, телмәр мәҙәниәте

Ваҡыт: 45 минут.

Дәресте үткәреү урыны: башҡорт теле кабинеты.

Дәрес картаһы

Дәрес этаптары

Ваҡы

т

Дәрестең йөкмәткеһе

1

Ойоштороу мәле

2

Сәләмләү. Уҡыусыларҙың иҫәбен алыу.

Кабинеттың, уҡыусыларҙың дәрескә

әҙерлеген тикшереү. Уңыш ситуацияһы

тыуҙырыу.

2

Яңы теманы ҡабул

итергә әҙерлек.

4

Проблемалы һорау ҡуйыу. Дәрестең

темаһын билдәләү. Уҡыусылар менән

берлектә яңы материалды өйрәнеүҙең

маҡсатын һәм бурыстарын асыҡлау. Яңы

материалды өйрәнеүҙең практик

әһәмиәтен күрһәтеү, уҡыу проблемаһын

ҡуйыу. Һүҙлек эш

3

Яңы тема өҫтөндә

эшләү.

6

Яңы материалды ҡабул итеү, аңлау,

дөйөмләштереү, системалаштырыу

процесын ойоштороу.

4

Күнегеүҙең

башҡарылыуын

тикшереү.

25

Шиғырҙар уҡыу, фекер алашыу.

Командалар араһында ярыш ойоштороу

5

Йомғаҡлау.

3

Дәрескә дөйөм йомғаҡ яһау. Тема буйынса

һорауҙарға яуап алыу.

6

Өйгә эш биреү

3

Өйгә эштең нисек башҡарылыуын

аңлатыу.

7

Баһалау.

2

Комментарийлы баһалау.

Дәрес барышы

I.

Ойоштороу мәле.

II.

- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Бөгөн беҙҙә ғәҙәти булмаған дәрес. Бер-

беребеҙгә иғтибарлы, ихтирамлы булайыҡ. Һәр ваҡыттағыса йылмайып

сәләмләйек ҡунаҡтарҙы, үҙебеҙҙе. 2-се слайд

Сәләмләйем һауаны,

Именлек булһын өсөн!

Сәләмләйем Ер-әсәне,

Беҙҙе туйҙырған өсөн!

Сәләмләйем дуҫымды,

Гел дуҫлыҡ булһын өсөн!

Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу. Хәҙер дәфтәрегеҙгә ниндәй билдә алырға

теләйһегеҙ, шуны поляға ҡуйып ҡуйығыҙ.

III.

Проблемалы һорау ҡуйыу. Мин уҡыған шиғырымды иғтибар менән

тыңлап ултырығыҙ һәм бөгөнгө дәрестә беҙ нимә тураһында һүҙ алып

барасағыбыҙҙы әйтерһегеҙ. Ни өсөн бөгөнгө дәрескә ошо теманы һайланым

икән мин? Был йыл тураһында нимәләр беләһегеҙ? Беҙҙең республикала

нимәләр эшләнә?

Кейектәрҙең үҙ өндәре була,

Ҡошсоҡтар ҙа ҡора ояһын.

Кеше лә бит үҙе төҙөп ала,

Ғаилә менән йәшәр донъяһын.

Ғаиләм-ҡәлғәм – үҙе серле донъя,

Әйтерһең дә ожмах ҡосағы.

Атай-әсәй фәрештәләр булһа,

Беҙ балалар – тылсым эйәһе.

Татыу булһаң, тормош йәмле була,

Аштар тәмле, йәшәү күңелле,

Берҙәм эшләп, гөрләп йәшәүҙәре.

Ошо үҙе бәхет түгелме?

IV.

Уҡытыусының инеш һүҙе.

1.3-сө слайд “Ғаилә” һүрәте

Ғаиләм – ҡәлғәм, тиҙәр, халыҡта. Ғаиләле кеше үҙен ышаныслы тота,

бала ла тулы ғаиләлә, ата-әсәһе янында бәхетле үҫә. Ғаилә усағын һүндермәй,

йортҡа ҡот өҫтәп йәшәү – һәр кемдең изге бурысы.

Башҡорт халҡында ғаилә ҡоролошонда яҙылмаған ҡанундар һаҡланып

килә. Ғаиләлә мотлаҡ ир кеше баш булырға тейеш, сөнки ул – ҡыйыу һәм

көслө зат, уның һүҙе лә өҫтөн, ғаилә ағзалары өсөн ныҡлы терәк тә. Ул

халыҡта мал табыусы, ил-йорттоң тыныслығын, ғаиләһенең хәүефлеген

тәьмин итеүсе булараҡ ҡарала. Ә ҡатын-ҡыҙҙың бурысы – йорт йылыһын,

ғаилә усағын һүндермәй һаҡлау, балалар ҡарау, ирен хөрмәт итеү. Ғаилә йәме

– бала, шуға ла һәр ғаилә балалар тәрбиәләп үҫтерергә, нәҫелен дауам итергә

бурыслы.

2. 4-се слайд “Һүҙлек эше” . Дәфтәрҙәргә числоны. Теманы яҙып ҡуйығыҙ.

Ғаилә – кеше тормошоноң таянысы. Ул үҙенең ағзаларын юғары баһа

менән тәьмин итеүсе социаль төркөм. Ғаилә кешегә ата-олатайҙарының

үткәнен төшөнөргә, үҙенең этник төркөмөн, донъя тел картинаһы менән

сағыштырып, тел аңын булдырырға, тимәк, тулы хоҡуҡлы ағза булырға ярҙам

итә. Теләп өйләнешкән кешеләрҙең никахы ғына бәхетле була.

Был текста һеҙ нимә аңланығыҙ?

- Дәрестең эпиграфы нимәне аңлата?Ни өсөн ғаиләне “йәшәү усағы” тиҙәр?

- Ни өсөн кеше ғаиләһеҙ йәшәй алмай?

3. Карточкала эш.

Ғаилә [ғәр.] и. 1. Ир, ҡатын, бала-саға һәм башҡа яҡын туғандарҙан

торған кешеләр төркөмө. Ғаилә ҡороу.2.күсм. Бер төрлө эшмәкәрлек,

мәнфәғәт менән йәшәгән кешеләр төркөмә. Бер ғаилә булып йәшәү. 3.

Сығышы һәм төҙөлөшө менән яҡын булған хайуан һәм үҫемлектәрҙең бер

нисә төркөмөнән торған нәҫел берәмеге. Бесәй һымаҡтар ғаиләһе (Башҡорт

теленең һүҙлеге, 1993, 243, 244-се бб.)

4. Һәр телдә төрлөсә яңғырай, ҡарап үтәйек. 6-сы слайд

Ғаилә - [рус.]семья

Ғаилә - [англ.] family

Ғаилә - [немец.]familie

5. Бирелгән мәҡәлдәр араһынан 5 мәҡәл күсереп ал һәм ни өсөн һиңә ул

мәҡәл оҡшаны шуны аңлат.

Татыу ғаилә – ил күрке.

Кесегә мәрхәмәт ит, олоға итәғәт ит.

Ҡартты ҡәҙерләһәң, ҡартайғас ҡәҙер күрерһең.

Ололарҙы ололау – яҡшылыҡтың билдәһе.

Бер олоноҡон тыңла, бер кесенекен тыңла.

Ҡояш янында - йылылыҡ, әсә янында - изгелек.

Малайға тәрбиә биреп - ил тәрбиәләйһең,

Ҡыҙға тәрбиә биреп - милләт тәрбиәләйһең.

Ағаһын күреп, ҡусты үҫер, апаһын күреп, һеңле үҫер.

Ир бала атаһына таяу, ҡыҙ бала өй эсендә буяу.

Бала итәктә һөйҙөрә, итәктән төшһә - көйҙөрә.

Улың булһа, олоҡло менән күрше бул,

Ҡыҙың булһа, ҡылыҡлы менән күрше бул.

Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос, атаһына ҡарап улын ҡос.

Әсәй - ҡаҙна, атай – еҙнә.

Ҡыҙы барҙың наҙы бар.

Ҡыҙлы йорт – нурлы йорт.

Ул – һөйөнөс, ҡыҙ – ҡыуаныс.

Ҡыҙҙар ярата йылы һүҙ, ҡаты әйтмә, егет,түҙ.

Иреңдән айырылғансы күкрәгеңдәге йәнеңдән айырыл.

Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә — ҡатын

Ҡатын артынан мал килер, ҡыҙ артынан дан килер.

Ҡатын ғәйрәтле булһа, ир ғибрәтле булыр

Ҡатын теләһә, ишәктән ир яһар, теләһә, ирҙән ишәк яһар.

Ҡатын һәлкәү булһа, ир ялҡау булыр.

Ҡатынды йөҙөк ҡашы иткән дә, муса ташы иткән дә — ир.

Ҡатынмын тигән ҡатында ат башындай алтын ятыр.

Ҡатынынан айырылғандың ҡанаты ҡайырылған

Ҡатын уңғаны иргә яраған, ир уңғаны илгә яраған.

Бала - ата-инәгә алтын бағана.

Бала ҡәҙерен әсә белер, ил ҡәҙерен ир белер.

Бала күрмәгән - балдан ауыҙ итмәгән.

Баланан бәхетең булһа - ҡарт көнөңдә йәш итер,

Баланан бәхетең булмаһа - иртә йәштән ҡарт итер.

Ҡыҙ байлығы - күркәм холоҡ, ир байлығы - тәүәккәл.

Ҡыҙ егеткә ҡушыла - ебәк булып ишелә.

Ҡыҙ күңелендә — балалы бишек, ир күңелендә — эйәрле ат.

Ҡыҙ оҙатҡан яланғас ҡалыр, килен алған түренә урын һалыр.

Ҡыҙҙың кемлеге кемәйенән (әхирәтенән) билгеле.

Ҡыҙыңды үҙеңдән түбәнерәккә бир, киленде үҙеңдән юғарыраҡтан ал.

V.

Төп өлөш.

1.Психологик комфорт тыуҙырыу. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

-Ҡәҙерле уҡыусылар, бөгөн мин һеҙҙе шаяндар һәм тапҡырҙар клубына

саҡырҙым. Беҙҙең дәрескә ике команда ҡунаҡҡа килгән. Беренсе команда –

“Өмөт”, икенсеһе – “Ышаныс”. Бөгөн һеҙ үҙ-ара көс һынашасаҡһығыҙ.

Ҡайһы команда көслөрәк икән, ҡайһы команда ғаилә тураһында яҡшыраҡ

белә икән?! Бының өсөн беҙҙең дәрескә килгән ҡунаҡтарҙы баһалама ағзаһы

итеп һайлап китәйек. Бының өсөн командаларға бер нисә һынау үтәргә

буласаҡ. Әйҙәгеҙ, башлайыҡ!

Беренсе һынау: Хәҙер командалар менән танышып китәйек. Капитандар

исеме һәм девизы менән таныштыра. Һүҙ беренсе командаға бирелә.

1-се команда: Командының исеме – “Өмөт”.

Девиз: Ергә килгән һәр кеше,

Өмөт менән йәшәй донъяла.

-

Һүҙ икенсе командаға бирелә.

2-се команда: Команданың

исеме

– “Ышаныс”.

Девиз: Ышаныслы туған

кәрәк һәр бер шәхескә.

Шулай итеп, беҙ уйынды башлап ебәрҙек. 1 –се тур уйыны “Кем тиҙерәк

һәм күберәк?” тип атала. Һәр бер дөрөҫ яуапҡа бер мәрәй.

«Ҡыҙыҡ» «Ҡыҙыҡ» булып ҡала

Уҡыһаң да кирегә.

Әйҙә киттек һүҙлек буйлап

Ҡыҙыҡ эҙләп йөрөргә.

Ҡыҙыҡтарҙың бүтәндәрен

Үҙең эҙлә тиҙерәк.

Бирелгән ваҡыт эсендә кем күберәк анаграммалар яҙа.

(Ҡыйыҡ, көсөк, ҡалаҡ, ҡоҙоҡ, оло, сәс, наҙан, ҡыуыҡ, ете, өрө, йәй, ҡабаҡ…)

Шулай итеп, беҙҙең беренсе тур тамам. Жюри ағзалары ғәҙел баһа бирер тип

уйлайбыҙ.

2-

се

тур

“Йомаҡтар”.

Дөрөҫ

яуапты

кем

алдараҡ

әйтә

мәрәй

шул

командаға. Командалар бер-береһенә сабыр булыуығыҙҙы һорайым. Башланыҡ…

Йомаҡтар

1.Тәмле аштар бешерә,

Матур гөлдәр үҫтерә.

Өйөбөҙҙөң нуры ул,

Барыбыҙҙан оло ул. /өләсәй/

2.Уның сәскәйҙәре аҡтан-аҡ,

Һырлы-һырлы маңлайы.

Минең атай ҙур булһа ла,

Уның кесе малайы. /олатай/

3.Беҙҙең арала ул бигерәк көслө,

Белмәгән эше юҡтыр ҙа төҫлө.

Уның кеүек иртүк торормон,

Төрлө һөнәргә эйә булырмын. /атай/

4.Ул булмаһа, өй ҡараңғы,

Ул булмаһа, аш тәмһеҙ.

Ул –иң ҡәҙерле кеше,

Йәшәй алмайбыҙ унһыҙ. /әсәй/

5.Татлынан татлы,

Әсәйҙәргә кем татлы?/бала/

6.Әсәйемдең өлкән ҡыҙы ул,

Ә миңә кем булыр һуң?/апай/

7.Эй һөйләшә бер үҙе,

Аңлашылмай һис һүҙе.

Тәү аҙымдарын атлай,

Йығылһа, илап ятмай. /ҡусты/

3-сө тур - “Һүҙҙәр төҙө”. “Ҡартәсәй”, “Ҡартатай” һүҙҙәренән кем күберәк

һүҙ төҙөр? Башланыҡ.

4-се тур “Ғаилә ағзаларын әйт”. Беренсе командаға ир туғандарын яҙырға,

ә икенсе командаға ҡатын-ҡыҙ туғандарын яҙырға. Шунан алмашлап ғаилә

ағзалары исемдәрен әйтеп сығырға кәрәк. Ҡайһы команда һуңғы һүҙҙе әйтә,

шул еңә.

5-се тур “Атай, әсәй тураһында хикәйә”. Ике конверт тәҡдим итәм.

Конверт эсендә һүҙҙәр яҙылған, командирҙар килеп конверттарҙы һайлай.

“Әсәй”, “Атай” һүҙҙәренән текст төҙөргә кәрәк. Һеҙгә 5 минут ваҡыт бирелә.

Ваҡыт үтеп китте, тексты уҡыйбыҙ.

6-сы тур «Бер һүҙ менән әйт». Ғаиләлә төрлө хәлдәр була, беҙ уларҙы

төрлөсә ҡабул итәбеҙ, күп ваҡытта бындай ситуацияла фразеологик

берәмектәр ҡулланабыҙ. Кемдәр уларҙы үҙ телмәрендә ҡуллана икән, киләһе

ярыш беҙгә шуны асыҡларға ярҙам итер.

1-се командаға: Күҙ асып йомғансы - тиҙ

Ауыҙы ҡолағына еткән - шатланыу.

Тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел - бик күп

Утлы табаға баҫтырыу - тиргәү

Энә күҙенән үткәреү - ентекләп тикшереү.

Баш күккә тейеү –шатланыу;

Күҙе дүрт булды” - аптырау

2-се командаға: Күҙ ташланы - ҡарау

Бер ҡолаҡтан керҙе, икенсеһенән сыҡты - тыңламау

Биттәр яна - оялыу

Ауыҙына һыу ҡапҡан - өндәшмәү

Йән үксәгә китте - ҡурҡыу

Иҫке ауыҙҙан яңы һүҙ - ғәжәпләнеү, аптырау.

Ауыҙ асырға ла ирек бирмәү - һөйләтмәү.

7-се тур “Мәҡәлдәр төҙө”. Ике конверт бирелә. Бында атай-әсә тураһында

мәҡәлдәр яҙылған. Тик һүҙҙәр айырым бирелгән, һүҙҙәрҙе дөрөҫ тәртипкә

ҡуйып мәҡәлдәр төҙөргә.

Аралар тыныс булһа, ғаилә ҡорос була. Балаһыҙ ғаилә – емешһеҙ ағас. Ҡулың

пак булһа, йөҙөң аҡ булыр, эшең хаҡ булһа, ғаиләң шат булыр. Ныҡлы ғаилә –

ил терәге. Ете атаһын белмәгән – етемлектең билдәһе. Атай-әсәңә ни ҡылһаң,

алдыңа шул килер. Әсә һөтө менән инмәгән, һыйыр һөтө менән инмәҫ. Алма

ағасынан алыҫ төшмәҫ.

8-се тур “Татыу ғаиләлә” башватҡысы.

1. Ғаилә башлығы.

2. Ҡатындың кесе туғаны иргә ҡарата.

3. Атайҙың йәки әсәйҙең атаһы.

4. Кесерәк ҡыҙға өндәшәләр.

5. Ғаиләлә көтөп алына.

6. Өлкәнерәк ир туған.

7. Кейәүҙең йәки кәләштең әсәһе икенсе яҡтың ата-әсәһенә ҡарата.

8. Улдың ҡатыны.

9. Атайҙың йәки әсәйҙең әсәһе.

10. Ирҙең йәки ҡатындың әсәһе уларға ҡарата.

т

а

й

а

л

д

ы

ҙ

л

а

т

а

й

ы

л

ы

у

у

н

а

ҡ

ғ

а

й

о

ҙ

а

ғ

ы

й

и

л

е

н

л

ә

с

ә

й

10

ҡ

ә

й

н

ә

9-сы тур “Сылбыр менән шиғыр уҡыу”.

АТАЙ ҺҮҘҘӘРЕ

Атай һүҙҙәре ныҡ була

Саҡматаш кеүек!

Был турала һеҙ балалар

Ҡуйығыҙ белеп.

Атай кеше әйткән һүҙен

Берәгәй әйтер,

Ирҙәр һүҙенең ныҡлығын

Атай күрһәтер..

Үпкәләмәгеҙ атайға

Ул бит бер генә,

Ғаиләгеҙҙең янында

Һаҡта гел генә..

Әсәйең дә, атайың да

Донъяла берәү,

Улар икеһе лә һиңә

Тормошта терәү!

Фәүзиә Ҡотлогилдина

2-се командаға шиғыр

Самауыр йырлап ултыра

Ҡыҙыҡ ҡына шаян көйҙө.

Әсәй йәйгән ашъяулыҡта

Ялтыр ғына батмус йөҙө.

Әллә нисә пар күҙ булып,

Теҙелешкән сынаяҡтар.

Әллә нисә пар күҙ булып,

Ултырабыҙ төрлө яҡлап.

Атай хәбәр һөйләгәдә,

Бөтәбеҙ ҙә шымып ҡала.

Әсәй һыйлай алдыбыҙға

Баллы, майлы икмәк һала.

.....Нисә йылдар инде үтте,

Бөгөнгөләй күҙ алдымда:

Күпме бәхет өйөлөп торған

Беҙҙең ябай шул табында.

Йомабика Ильясова

10- сы тур “Кем етеҙ?”

Нимәһеҙ был донъяла

Йәшәп булмай

Ололарға һәм кеселәргә?

Ҡайғыла һәм шатлыҡта?

Һеҙҙең берҙәм...(ғаилә).

Уҡытыусы: Һүҙҙе баһалама ағзаларына бирәбеҙ.

Дәресте йомғаҡлау. Бөгөнгө дәрестә беҙ яһаған һығымталар:

1)Ғаилә – ул тормоштоң нигеҙе. Ата-әсә уның тотҡаһы. Балалар ғаиләнең

көҙгөһө. Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын тиһәң, бер-береңде аңлап,

хөрмәт итеп йәшәргә кәрәк.

2). Ғаилә ул бик оло һүҙ. Атай, әсәй, өләсәй, олатай – ғаиләнең иң хөрмәтле

кешеләре. Сөнки улар һәр ваҡыт яҡындары тураһында ҡайғырталар,

борсолалар.

3). Ғаилә ул йылы усаҡ. Ул ни тиклем ныҡлы булһа, уның йылылығы шул

тиклем көслөрәк. Һәр ата-әсә үҙ балаларын изгелекле, шәфҡәтле, киләсәктә

оло таянысы булыр тип өмөт итә.

“Һәр бер ғаилә дәүләттең бер өлөшөн тәшкил итә” – ти, Аристотель. Эйе,

йәмғиәт нигеҙе, ғаиләләр ныҡ булһа, илебеҙ ҙә, милләтебеҙ ҙә ныҡ көслө

булыр.

VI.

Рефлексия Дәрес оҡшаһа

Дәрес барырлыҡ,

Дәрес бөтөнләй оҡшаманы

VII.

Өйгә эш.

“5” – ле билдәһе алғың килһә, “Татыу ғаилә – ил терәге” тигән

темаға инша яҙып килергә

“5 +” – ле билдәһенә “Шәжәрә” төҙөргә

“4” –ле билдәһе алғың килһә – ғаилә тураһында мәҡәл-әйтемдәр

яҙып килергә.

Беҙҙең алда «Һүҙ табыу» планетаһы. Логорифтарҙы сисегеҙ.

а). «Ш» менән төрлө төҫтә еңел ҡыуыҡ,

«Ҡ» менән мамыҡ кеүек, үҙе һыуыҡ. (шар – ҡар)

б). «Д» менән мин көслө ел,

«Д» һыҙ ҡалһам, торған ер. (дауыл – ауыл)

в). Минең менән һәр нәмәнең

Буйын үлсәй алаһың.

«Ө» өҫтәһәң, ер аҫтынан

Поезд менән бараһың. (метр – метро)

г). «Ҡ» менән ул һыуҙа йөҙә,ҡойона

«Ҡ» һыҙ ҡалһа, етмәҫ һымаҡ тойола. (ҡаҙ – аҙ)

д). Йәгеҙ әле «күңелһеҙ» ҙең

Антонимы нисек булла?

Бер хәрефен алһаң әгәр,

Уны тотоп егеп була. (шат – ат)

Аралар тыныс булһа, ғаилә ҡорос була. Ғаилә ғәрипһеҙ булмай. Балаһыҙ

ғаилә – емешһеҙ ағас. Ҡулың пак булһа, йөҙөң аҡ булыр, эшең хаҡ булһа,

ғаиләң шат булыр. Ныҡлы ғаилә – ил терәге.

Ғаилә ебе – нәҙек, нескә еп,

ЕТЕ АТАҺЫН БЕЛМӘГӘН – ЕТЕМЛЕКТЕҢ БИЛДӘҺЕ.

АТАЙ-ӘСӘҢӘ НИ ҠЫЛҺАҢ, АЛДЫҢА ШУЛ КИЛЕР.

ӘСӘ ҺӨТӨ МЕНӘН ИНМӘГӘН, ҺЫЙЫР ҺӨТӨ МЕНӘН ИНМӘҪ.

АЛМА АҒАСЫНАН АЛЫҪ ТӨШМӘҪ



В раздел образования